

Пермь университеты студенттарының яҙмаһы Республикаға идара итеү үҙәгенең системаһына эләгә. Фажиғә ҡупҡан уҡыу йортонда Әбйәлил, Бөрө һәм Ҡыйғы райондарынан өс яҡташыбыҙҙың белем алыуы асыҡланған. Бәхеткә күрә, уларҙың береһе лә зыян күрмәгән. Башҡортостан Хөкүмәте ҡыҙҙарға ярҙам күрһәткән.
Әлеге ваҡытта студенттарҙың икәүһе юлда, берәүһе иртәгә ҡайтырға сыға. Уларға барлыҡ документ ҡулға бирелгән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә күрше өлкәлә фажиғә булды, бөгөн унда Матәм көнө. Республикаға идара итеү үҙәге командаһы ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе.
Пермь университетында - йәнә Колумбайн! (ye102.ru)
#МЫПЕРМСКИЙУНИВЕРСИТЕТ #ЦУРБашкортостан #ЦУРБашкортостан_решаемвместе