

17-18 сентябрҙә Мәскәү милләттәр йортонда «Музыканың тылсымлы тын алышы» төбәк-ара милли музыка ҡоралдары фестивале уҙҙы.
Фестиваль төрлө милләттәрҙең мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәтен танытыуға, милләт-ара дуҫлыҡты нығытыуға арналды. Ике көн дауамында Рәсәйҙең төрлө төбәгенән йыйылған варгансылар, ҡумыҙсылар, милли музыка ҡоралдары эшләүселәр бәйге тотто. Жюри ағзалары оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе.
Һөҙөмтәлә конкурс гран-приһын яҡташыбыҙ Илнур Хәйруллин яуланы (етәксеһе — Миңлеғәфүр Зәйнетдинов). Шулай уҡ 8-12 йәшлектәр араһында беренсе урынға билдәле музыкант Рәйес Низаметдиновтың уҡыусыһы Ырымбур өлкәһенән Замир Дауытов лайыҡ булды. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Жюри составында Башҡортостан музыканттары, БР-ҙың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Артур Ғайсаров эшләне.