Яңылыҡтар таҫмаһы
21 Сентябрь 2021, 14:00

Бәшмәк тоҙлау

Уңған хужабикәләргә урман байлығынан табынға ризыҡ әҙерләү өсөн түбәндәге рецептарҙың ярҙамы тейер.    

Бәшмәк тоҙлауБәшмәк тоҙлау
Бәшмәк тоҙлау

Уңған хужабикәләргә урман байлығынан табынға ризынға әҙерләү өсөн түбәндәге рецептарҙың ярҙамы тейер.

 

Бәшмәктәрҙе стерилләп тә, стерилләмәгән көйө лә маринадларға мөмкин. Бының өсөн таҙа һауытҡа етерлек тоҙ, 12 литрлыҡ кәстрүлгә 2 литр күләмендә һыу һалып ҡайнатырға кәрәк. Һыу ҡайнап сыҡҡас, унда бәшмәктәр һалына, бешкән ваҡытта бүленгән күбек йыйыла. Бәшмәкте төрөнә ҡарап бешерәләр. Аҡ, майлы бәшмәк, уҫаҡ, ҡайын, көләпә бәшмәктәре кәмендә 20 минут бешерелә. Баллы бәшмәккә әҙер булыу өсөн 25 минут талап ителә. Һары бәшмәктәрҙе маринадлау алдынан 1 процент тоҙло һыуҙа бешереп, һыуын түгеп, ҡабаттан 3 – 4 процент тоҙло һыуҙа ҡайнаталар.

Бешергә 3 – 5 минут ҡалғас, тәмләткестәр өҫтәйҙәр, ә инде бешкәс, алдан әҙерләнгән аш һеркәһе өҫтәлә. Бәшмәктәр тулыһынса кәстрүлдең аҫтына төшөп бөтөп, тоҙло һыуҙың күбеге күренмәй башлағас, әҙер тип һанала.

 

                            Бәшмәктәрҙе маринадлау

 

1 кг бәшмәк, ярты стакан аш һеркәһе, 2 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 3 лавр япрағы, 6 бөртөк ҡара борос, 2 бөртөк ҡәнәфер.

Йыуылған, таҙартылған бәшмәктәрҙе ҡайнар маринадҡа һалып, 15 – 30 минут ҡайнатырға. Бүленгән күбекте һөҙөргә.

Бәшмәк һалынған банкалар 15 – 20 минут стерилләнә. Банкаларҙы герметик рәүештә япмай ғына һыуытҡыста һаҡларға мөмкин. Бының өсөн бәшмәктәр өҫтөнә мул ғына итеп үҫемлек майы ҡойоп, полиэтилен ҡапҡастар менән ябыу ҙа етә.

 

Икенсе ысул

 

Әҙерләнгән бәшмәктәрҙе 50 г тоҙ, 2 г лимон кислотаһы һалынған 1 литр һыуҙа бешерергә. Бынан һуң уларҙың һыуын түгеп, банканың өстән бер өлөшөн тултырғансы һалырға.

Маринад шулай эшләнә: ярты литр һыу, 1 ҡалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ шәкәр, 6 бөртөк хуш еҫле борос, ҡәнәфер, дәрсен (корица), 3 г лимон кислотаһын ҡайнатып, уға тағы ла 5 ҡалаҡ 5 процентлы һеркә өҫтәп, ҡабат утҡа ҡуйырға. Ошо маринад бәшмәкле банкалар­ға ҡойола һәм стерилләнә. Ярты литрлы банкалар – 20, 1 литрлылар – 25 минут, 3 литрлылар ярты сәғәт стерилләнә.

 

Тоҙлау

 

Маринадлау һәйбәтерәк булһа ла, бәшмәкте тоҙларға яратыусылар ҙа байтаҡ. Уны төрлө ысул менән тоҙларға мөмкин: һыуытып, бешереп йәки ҡоро килеш. Иң шәбе – бешереп, эҫе килеш тоҙлау. Сөнки бәшмәктәр һәйбәтерәк һаҡланасаҡ.

Тоҙлау өсөн таҙартылған, эреләре туралған бәшмәктәрҙе саҡ ҡына тоҙ һалынған һыуҙа ярты сәғәт бешерергә. Әгәр бәшмәктәрегеҙ күп булып, бер юлы ғына бешереп бөтөп булмай икән, һәр ваҡыт һыуҙы алмаштырып тороғоҙ. Юҡһа, бәшмәк әскелтем буласаҡ.

Ярты сәғәт самаһы бешерелгән бәшмәкте һалҡын һыуҙа сайҡатырға һәм һауытҡа һалырға. Тоҙ һалырға онотмағыҙ. 1 кг бәшмәккә 40 – 50 г тоҙ кәрәк. Тәмләткестәр итеп һарымһаҡ, укроп, борос, һуған ҡулланыла. Һауыт өҫтөнә ауыр әйбер ҡуйырға кәрәк. Был бәшмәкте һалҡын килеш ҡулланалар. Ул аҙна самаһы үткәс әҙер була һәм һалҡын килеш ашала.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас