Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентябрь 2021, 07:02

Стәрлетамаҡтағы 2-се дауахана ковид-госпиталь итеп үҙгәртелде

18 сентябрҙән Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се клиник дауаханаһында яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусы пациенттарҙы дауалау өсөн яңынан инфекция госпитале эшләй башланы. 

Стәрлетамаҡтағы 2-се дауахана ковид-госпиталь итеп үҙгәртелдеСтәрлетамаҡтағы 2-се дауахана ковид-госпиталь итеп үҙгәртелде
Стәрлетамаҡтағы 2-се дауахана ковид-госпиталь итеп үҙгәртелде

 Медицина учреждениеһынан аысҡлауҙарынса,  туғандарығыҙҙың хәле тураһында   8(3473) 30-12-95 телефоны буйынса шылтыратып белергә була.

  Sterlitamak.ru ҡала порталы хәбәр итеүенсә, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса штаттан тыш белгесе   Борис Шәрипов алдараҡ   ҡалала ковидҡа бәйле хәлдең ҡатмарлы булыуын билдәләгәйне һәм  уның әйтеүенсә, ковид-госпиталь әлеге ваҡытта көсөргәнешле режимда эшләй.   

Билдәле булыуынса, 2-се дауахана  былтыр апрель айында  ковид-госпиталь итеп үҙгәртелә  һәм 10 ай буйы коронавирус менән сирләүселәрҙе ҡабул итә.   Стәрлтемаҡта  декабрь аҙағында  Республика клиник инфекция үҙәгенең филиалы эшләй башлағас, 2-се ҡала дауаханаһы ғәҙәти режимға эшкә күскәйне.   

Фото:Башинформ.

 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас