Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентябрь 2021, 12:51

Салауат районы һайлауҙа рекорд ҡуйған

Бында һайлаусыларҙың 96,5 проценты сәйәси капманияла ҡатнашҡан.

Салауат районы һайлауҙа рекорд ҡуйғанСалауат районы һайлауҙа рекорд ҡуйған
Салауат районы һайлауҙа рекорд ҡуйған

Быйыл һайлауҙа халыҡ күпләп ҡатнашты, һандар илдәге уртаса күрһәткестәрҙән күпкә юғары. Иң ҙур«явка» Салауат районында теркәлде – бындай һайлаусыларҙың 96,5 проценты килде. Район халҡының 88 проценты – башҡорттар һәм татарҙар. Ошоно иҫәпкә алып, мосолман халҡының әүҙемлеген билдәләргә мөмкин.

БР мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин республика мосолмандарына рәхмәт әйтте:

– Беҙҙең иң төп принциптарҙың береһе – изгелеккә юл асыу. Шул иҫәптән илгә һәм йәмғиәткә файҙа килтергән кандидаттарҙы һайлау, уларға ярҙам итеү. Ҡәрҙәштәр, һеҙ сәйәси кампанияла ҡатнашып, үҙ миҫалығыҙҙа гражданлыҡ әүҙемлеге күрһәттегеҙ. Һайлауға халыҡтың күпләп килеүе – яуаплылыҡ билдәһе, – ти Айнур хәҙрәт.

Мөфтөй шулай уҡ мосолмандарҙың пандемия һәм урман янғындары осоронда әүҙемлек күрһәтеүен ыңғай баһаланы.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас