Яңылыҡтар таҫмаһы
20 Сентября 2021, 05:45

Үҙәк һайлау комиссияһы тауыштарҙың 60 процентын һанаған

Биш процентлыҡ сикте үткән 5 партия билдәле булды.

Үҙәк һайлау комиссияһы тауыштарҙың 60 процентын һанағанҮҙәк һайлау комиссияһы тауыштарҙың 60 процентын һанаған
Үҙәк һайлау комиссияһы тауыштарҙың 60 процентын һанаған


Һуңғы мәғлүмәттәрҙән шул билдәле, федераль округ буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы тәүге урынды биләй. Тауыштарҙың 47,16 проценты әлеге сәйәси фирҡәгә тура килә. Икенсе урында – КПРФ (20,89 %), өсөнсөлә – ЛДПР (7,9 %). Шулай уҡ лидерҙар иҫәбендә «Ғәҙел Рәсәй» партияһы, уға һайлаусыларҙың 7,54 проценты тауыш биргән. ТОП-5 исемлеге «Яңы кешеләр» партияһы менән тамамлана (5,77%).
Шулай итеп, үрҙә һанап үтелгән 5 партия Дәүләт Думаһы составына инер тип фаразлана.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас