Яңылыҡтар таҫмаһы
19 Сентября 2021, 11:25

Бөгөн – Урман эшсеһе көнө

Был дата сентябрҙең һәр өсөнсө йәкшәмбеһендә билдәләнә. Урман хужалығы һәм ағас эшкәртеүселәргә арналған саралар үткәрелә, алдынғылар тәбрикләнә. Иҫтәлекле көндөң тарихы совет осорона барып тоташа.

Бөгөн – Урман эшсеһе көнөБөгөн – Урман эшсеһе көнө
Бөгөн – Урман эшсеһе көнө

Ҡыҙыҡлы факттар:

Донъялағы бөтә ылыҫлы ағастың 50 проценты тиерлек Рәсәйҙә үҫә.

Планеталағы иң ҙур урман – Рәсәй тайгаһы. Ул ил территорияһының 29 процентын биләй.

Ер йөҙөндәге урмандың 2 процент самаһын кеше ултыртҡан.

Рәсәйҙең Калининград өлкәһендә Иҫерек урман (Пьяный лес) бар. Ул атама урманға ағас олондарының билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында төрлө яҡҡа бөгөлөп торғаны өсөн бирелгән.

Илебеҙ биләмәһенең 8,5 миллион кв.м-ы урман менән ҡапланған.

Донъяла иң таралған япраҡлы ағас – ҡайын.

Имән менән шыршы 500 йыл “йәшәй”. Ҡарағай – 350, ерек һәм ясень (ҡорос ағасы) 300-әр йыл үҫә.

Фото: vk.com

Бөгөн – Урман эшсеһе көнө
Бөгөн – Урман эшсеһе көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас