Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2021, 13:22

Һыра урлай алмағас, 88 йәшлек әбейҙе талаған

Ишембай ҡалаһында 23 йәшлек егет магазинға инеп, ике ҡап һыра һораған. Һатыусы бер ҡап һыраны уға биреп, икенсеһен тотторор алдынан аҡса түләргә ҡушҡан. Әммә егет кинәт ҡапты эләктергән дә, сығып ҡасҡан. Һатыусы ҡатын уның артынан йүгергән. Бурҙың яуыз ниәте бойомға ашмаған, сөнки полиэтилен ҡап йыртылып, һыра банкалары юлға сәселгән. Һатыусы банкаларҙы йыйып алған.  

Һыра урлай алмағас, 88 йәшлек әбейҙе талағанҺыра урлай алмағас, 88 йәшлек әбейҙе талаған
Һыра урлай алмағас, 88 йәшлек әбейҙе талаған

Егет шул уҡ урамда пенсионерканың сумкаһын тартып алырға маташҡан. Оло йәштәге ҡатын ҡурҡып тормаған, сумкаһын бирмәҫкә тырышып, ике ҡуллап сат йәбешкән. Йәш егет уны бар көсөнә этәреп, әбейҙе ергә йығылтҡан да, сумканы талап алып, эсендә ятҡан өс мең һум аҡсаға хужа булып, ойоҡбашы ҡуңысына йәшергән. Был бурҙы эҙләп табып, ҡулға алғандар. Ошоға тиклем дә ул бер нисә тапҡыр урлашҡаны, кеше талағаны өсөн хөкөм ителгән булған.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас