

Республикала бер-ике генә кеше йәшәгән тораҡ пункттары ла бар. Кемдең һайлауға хоҡуғы бар, улар тауыш бирһен өсөн бар шарт ойошторолған.
Белорет районында, хатта Күмертау ҡалаһында төпкөлдә йәшәүселәргә автоһайлау комиссияһы бара.
Башҡортостанда 127 шундай күсмә һайлау комиссияһы эшләй. Борис Нурисламов әйтеүенсә, автобустар, еңел машиналар кәрәкле йыһаз, яғыулыҡ менән тәьмин ителгән.
Фото: Т. Аманов.