

Бында «ПОЛИЭФ» йәмғиәте эшләй. Предприятие етәкселеге белдереүенсә, уларҙа шәхси ҡояш электр станцияһы төҙөлә башлаған. Станцияның ҡеүәте 4,9 МВт буласаҡ. Ул һигеҙ гектар майҙанды биләй. Объектты 2022 йылда сафҡа индермәкселәр. Инвестиция күләме 250 миллион һумдан ашыу.
Әгәр ҙә ошо проект ғәмәлгә ашырылһа, ул “СИБУР”-ҙың тәүге “йәшел” энергия етештереүсе майҙансығы буласаҡ.
Радий Хәбиров “Благовещенский пластик” компанияһы вәкилдәре менән дә осрашты, йылға суднолары төҙөү һәм ремонтлауға ҡулайлашҡан ”Баштрансфлот” вәкилдәре менән аралашты. Әйткәндәй, бында “Кессон – 200” караптарҙы күтәреү ҡоролмаһы яңыртыласаҡ. Инвестиция күләме 22,7 миллион һум.
Күргәҙмәгә шулай уҡ “Благовещенск” айырым социаль-иҡтисади үҫеш территорияһы (ТОСЭР) резиденттарының инвестиция мәғлүмәттәре лә эленгәйне.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, был биләмә – биш ТОСЭР араһында иң уңышлыларының береһе. Улар РФ Хөкүмәте тарафынан ҡуйылған һәр талапты сифатлы үтәй.
Фото: “Башинформ”.