

Билдәле булыуынса, зыян күреүсе ир кисен иҫереп өйөнә ҡайтып килгәндә, йорттарҙың береһе алдындағы эскәмйәлә араҡы эсеп ултырған ике ир менән ҡатынға тарый. Улар араһында иреш сыға. 1991 һәм 1994 йылғы ирҙәр, 1986 йылғы ҡатын һуҡмыш ирҙе өсәүләп туҡмап, уның аяҡ кейемен, ҡайышын систереп ала.
Һаҡ аҫтына алынғандарҙың береһен – Ейәнсура районынан 30 йәшлек ирҙе - алдан кешене талағаны өсөн эҙләгән булғандар.
Был өсәүгә ҡарата енәйәт эше асылған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.