Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2021, 04:46

Һайлау урынына - туй

Йәмәғәт күҙәтеү үҙәге вәкилдәре бер камерала тауыш биреүҙе түгел, ә никах теркәүҙе күргән.

Һайлау урынына - туйҺайлау урынына - туй
Һайлау урынына - туй

Кисә БР Йәмәғәт палатаһының Йәмәғәт штабы ағзалары Ольга Панчихина, Марина Таран, Евгений Мельников, Юлия Картешко Өфөлә өс участка һайлау комиссияһында булған. Шуларҙың береһе, 9-сы участка ЗАГС бинаһында урынлашҡан. Уға бәйле ҡыҙыҡ хәл килеп тыуған.

Тауыш биреүҙе трансляциялау камераһы никах теркәү залына көйләнгән дә, туйҙағыларҙы төшөрә икән.

Күҙәтеүселәр барһа, баҡһаң, был участканың әлеге бүлмәһендә тауыш биреү 19 сентябрҙә генә ойоштороласаҡ, ә һайлау икенсе бүлмәлә бара. Барлыҡ процесс үрҙәге комиссиялар тарафынан раҫланған.

Фото: БР Йәмәғәт палатаһы.

 

Һайлау урынына - туй
Һайлау урынына - туй
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас