

Тауыш биреүҙең тәүге көнөнән илдең 45 субъектынан һайлауға мәжбүр итеү тураһында 137 ялыу килгән.
“Беҙ айырыуса тауыш биреүгә мәжбүр итеү тураһындағы мөрәжәғәттәргә иғтибар итәбеҙ. Әле Үҙәк комиссияға 137 ялыу килде. Шуларҙың 16-һы теге йәки был партияға йә кандидатҡа тауыш биреүгә бәйле, ҡалғандары электрон һайлауға мәжбүр итеү тураһында”, - тине матбуғат конференцияһында Элла Памфилова.
Һәр ялыу ентекле тикшереү өсөн тәфтиш комитетына, хоҡуҡ һаҡлау органдарына, төбәк етәкселәренә ебәрелгән.
Фото: РИА-Новости.