Яңылыҡтар таҫмаһы
18 Сентябрь 2021, 15:16

22 йәшлек егетте колония көтә

Туймазы районының Серафимовка ауылында эскән килеш машина йөрөткән 22 йәшлек егетте тоталар.

22 йәшлек егетте колония көтә22 йәшлек егетте колония көтә
22 йәшлек егетте колония көтә

Уның быға тиклем дә ике тапҡыр иҫерек килеш машина йөрөтөп, административ яуаплылыҡҡа тарттырылғаны асыҡлана. Был юлы суд уны һигеҙ айға колонияға ебәрергә ҡарар сығара. Бынан тыш ул өс йыл машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Егетте суд залында уҡ ҡулға алғандар. Суд ҡарары әле үҙ көсөнә инмәгән.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас