

Төштән һуң Өфө районында 73 йәшлек ир «Рено Логан» машинаһында «Фольксваген Тигуан»ға барып бәрелгән. «Рено» водителе үлемесле яраларҙан йән биргән.
Тәүлек эсендә ике меңдән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 27 иҫерек водитель тотолған.
Бөгөн Өфөнөң Пугачев урамында билдәһеҙ водитель 13 йәшлек ҡыҙҙы төрттөрөп, ҡаса. Светофорҙың йәшел утына юл аша сығып барған ҡыҙҙың аяғы яраланған.
Был ваҡиғаның шаһиттарынан ярҙам һорайҙар (тел.: 237-02-02, 237-84-80, 8937-365-1536).
Фото: БР ЮХХДИ.