

Ҡаратал ауылында йәшәүсе пенсионер өйҙә һайлау мөмкинлегенән баш тартҡан һәм үҙ тауышын 3279-се һайлау участкаһында бирҙе.
«Зәлифә Низаметдин ҡыҙы 1 июлдә бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне, ул һаман үҙен 18-ҙә тоя. Ғүмерендә бер тапҡыр ҙа һайлауҙа ҡатнашмай ҡалмаған, гражданлыҡ бурысын бик теләп үтәй», – тип хәбәр итә Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев.
Һоҡланғыс, инәйгә һаулыҡ-сәләмәтлек, яҡындарының һәр саҡ янында булыуын теләйбеҙ.