Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентябрь 2021, 13:00

Фидан Ғафаров: Йәштәрҙе күргем килә!

Билдәле актер, Рәсәйҙең һәм БР-ҙың халыҡ артисы Фидан Ғафаров һайлауҙың тәүге көнөндә үҙ тауышын бирҙе.

Фидан Ғафаров: Йәштәрҙе күргем килә!Фидан Ғафаров: Йәштәрҙе күргем килә!
Фидан Ғафаров: Йәштәрҙе күргем килә!

 

«Һайлауҙарҙы ҡалдырғаным юҡ, бөгөн таң менән килдем. Был минең ҡаныма йәш саҡтан һеңдерелгән байрам. Һайлау — бик кәрәкле эш, депутаттарҙан һәр ваҡыт яңы инициативалар көтәбеҙ. Башҡортостан, шөкөр, барыһы ла яҡшы, аяҙ күк, тыныслыҡ, тотороҡлоҡ. Һайлау участкаларында күберәк йәштәрҙе күргем килә, улар артыҡ йөрөй һалмай. Күбеһенсә 40-45-тән 60 йәшкә тиклемгеләр йөрөй. Йәштәр "алма беш, ауыҙыма төш" тигән принцип буйынса йәшәй. Төрлө акция үткәрәләр, ҡайһы саҡта файҙаһыҙ, ә һайлауҙа ҡатнашмайҙар. Әгәр улар күпкә ирешергә теләй икән, һайлауҙа ла әүҙем ҡатнашырға тейештәр. Был уларҙың киләсәге», — ти артист.

 Фидан Ғафаров республика халҡына именлек, бәхет һәм һәр нәмәнән ҡыуаныс табып йәшәүҙәрен теләне.

«Бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булыуын теләмәйем. Беҙҙә изге күңелле, ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй. Юлдар, балалар баҡсалары төҙөлә, йәштәргә торлаҡ бирелә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ең һыҙғанып, халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләргә тырышыуы һоҡландыра».

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас