Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Сентябрь 2021, 10:53

Өфөлә «КамАЗ» ер аҫтына төшөп китә яҙған!

Йөк машинаһын сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы талап ителә.

Өфөлә «КамАЗ» ер аҫтына төшөп китә яҙған!Өфөлә «КамАЗ» ер аҫтына төшөп китә яҙған!
Өфөлә «КамАЗ» ер аҫтына төшөп китә яҙған!

Был хәл бөгөн Өфөнөң Зорге урамындағы «Life Park» торлаҡ комплексында була. Бында канализация люгы емерелеп, ҡом тейәгән «КамАЗ» ер аҫтына төшөп китмәй саҡ ҡала. Йөк машинаһын сығарыуға ҡаланың Октябрь районы буйынса граждандарҙы яҡлау идаралығы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килә.

Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана. Бер кем дә зыян күрмәгән. 

Бынан алда Өфөнөң Цюрупа урамында ер убылып, еңел машина асфальт аҫтында ҡалыуы хаҡында хәбәр иткәйнек (ye102.ru)

Ә соҡор һаман да күмелмәй (ye102.ru)

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас