

Автокүпалышта (автомногоборье) 14 – 17 йәшлектәр ҡатнашты. Рәсәйҙең 31 төбәгенән 35 командар йыйылғайны. Үҫмерҙәр автомобиль ҡулланыу оҫталығын, запас тәгәрмәсте алмаштырыу, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемен күрһәтте.
Бөгөн беренселек тантаналы рәүештә ябылды. Унда РФ Мәғариф министрлығының Балаларҙы яҡлау өлкәһендә дәүләт сәйәсәте департаменты бүлеге советнигы Татьяна Бердникова, БР мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин еңеүселәрҙе ҡотланы.
Шәхси иҫәп һәм дүрт номинация (“Знание правил дорожного движения”, ”Замена запасного колеса”, ”Умение по фигурному вождению автомобиля”, ”Визитная карточка”) буйынса алдынғылар билдәләнде.
Әйткәндәй, беҙҙең республика бындай ярышта икенсегә ҡатнашты. Йыйылма командаға Ишембай, Ғафури райондарынан, Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан балалар тупланғайны. “Алға” командаһы тәгәрмәс алмаштырыу буйынса икенсе урын алды, ә ижади конкурста беренсе урын яуланы.
Фото: vk.com