Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентябрь 2021, 14:31

Юл фажиғәләре - 15 сентябрь

Кисә республика юлдарында һигеҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, туғыҙ кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 15 сентябрьЮл фажиғәләре - 15 сентябрь
Юл фажиғәләре - 15 сентябрь

Иртән Өфө-Ырымбур автоюлының 15-се саҡырымында "Suzuki Cultus" менән "ВАЗ-2107" машиналары бәрелешкән. "ВАЗ"дың яраланған 62 йәшлек водителен дауаханаға һалғандар.

Төштән һуң Салауат ҡалаһында Мәләүез районынан 28 йәшлек водитель "Hyundai Solaris" машинаһында 78 йәшлек ҡатынды төрттөрә. Үткәүелдән йөрөмәгән йәйәүле - дауаханала.

Өфөлә сәғәт биштәр тирәһендә билдәһеҙ водитель ете йәшлек малайҙы төрттөрөп ҡаса. 11 йәшлек апаһы менән светофорҙың йәшел утына юл аша сығып барған малайҙың аяғы йәрәхәтләнгән.


Тәүлек эсендә 2100-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 47 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас