

Билдәле булыуынса, дүрт турист – 46 йәшлек ир һәм 48, 44, 41 йәшлек ҡатындар спиртлы эсемлек эскәндән һуң – Павловка һыуһаҡлағысында мотор кәмәлә йөрөргә сыға. Уларҙың кәмәһенең төбө ҡаялар янындағы утрауҙа һай ергә ултыра.
Ваҡиға урынына барған ҡотҡарыусылар ял итеүселәрҙе һәм уларҙың кәмәһен ял базаһына эвакуациялай. Йәрәхәтләнгән бер ҡатынға тәүге ярҙам да күрһәтелә.
Фото: Т. Аманов