

Пандемия башланғандан алып ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 61930 кешегә етте. Әлеге ваҡытта 748 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала. Шуларҙың 50-һе– ауыр хәлдә, 11 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 5438 кеше өйҙә дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә 307 кеше һауығып, дауаханан сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы ла 15 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып вирус ҡорбандары һаны 1357 кешегә етте.
Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек эсендә 158 кешенең ауырыуы асыҡланған, 152 кеше һауыҡҡан.
Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы бөтәһе 1 656508 доза вакцина алынған. Вакцинаның беренсе компоненты менән 1 231652 человека кеше прививкаланған, 1114626 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.