

Быға күрше Силәбе өлкәһендә сирҙең таралыуы сәбәпсе.
- Рәсәй буйынса эпизоотик хәл көсөргәнешле ҡала. Бөгөнгө көнгә илдең 7 төбәгендә йорт һәм ҡырағай ҡоштар араһында 17 осраҡ теркәлгән, шул рәттән күрше төбәктә бишәү, – тип яҙа ветеринарҙар.
Әле “ҡош киҙеүе” таралыуға юл ҡуймау өсөн барлыҡ һаҡланыу сараһы күрелә, ҡош-ҡорт ризыҡтарына тикшереү үткәрелә. Башҡортостан буйынса ҡоштарҙың бөтә категорияһын алғанда, 12 миллион ҡош-ҡортҡа сир йоғоу хәүефе янай.
Фото: Т. Аманов