

Был «Үҙенсәлекле балалар» мәрхәмәтлелек фондының яңы проекты.
500 квадрат метр майҙанда гидрореабилитация, ҡаяға үрмәләү, сенсор-динамика, тренажер, арт-терапия, бейеү терапияһы, балалар һәм ата-әсәләр залдары урынлашҡан. Нейростудияның маҡсаты – мейелә нейрон бәйләнештәр булдырыу.
Үҙәктә билдәләүҙәренсә, уҡыуҙағы ауырлыҡтар, баланың тиҙ ҡуҙғып һәм һәр нәмәне күңеленә ауыр ҡабул итеп барыуы һәм башҡа үҙенсәлектәре мейе һәм нервы системаһының үҙенсәлектәре менән бәйле.
«Биш йыл дауамында беҙ балаларға абилитация үткәрәбеҙ һәм мейенең мөмкинлектәре сикләнмәүен күрәбеҙ. Барыһы ла бала менән нисек шөғөлләнеүгә бәйле, – тип һөйләй «Үҙенсәлекле балалар» фонды директоры Файруза Латипова.
Студияны асыуҙа «Бәхет биләмәһе» фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова, БР Дәүләт Йыйылышы спикеры Эльвира Айытҡолова, БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, БР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Засядкин, «Башнефть» компанияһының власть органдары менән хеҙмәттәштлек итеү буйынса департаменты директоры Рушан Сәйетов ҡатнашты.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.