Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Сентябрь 2021, 11:03

Ата-әсәһенең күҙ алдында һәләк булған

Силәбе өлкәһендә Ишембайҙан 30 йәшлек яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

Ата-әсәһенең күҙ алдында һәләк булғанАта-әсәһенең күҙ алдында һәләк булған
Ата-әсәһенең күҙ алдында һәләк булған

«Ямаха Роял Стар» мотоциклына идара иткән яҡташыбыҙ «ВАЗ-2124» машинаһына, һуңынан боролошта туҡтап торған фураға барып бәрелгән.

Алған йәрәхәттәрҙән Александр фажиғә урында йән биргән. Һуңынан асыҡланыуынса, уның таныҡлығы булмаған, ә фура алдынан еңел машинала уның атаһы китеп барған. Көтмәгәндә ул трассала тығын барлыҡҡа килгәнен күреп ҡалған һәм ҡапыл тормозға баҫҡан, ә мотоциклист туҡтап өлгөрмәгән.

Хәҙер Александрҙың туғандары мәйетте Мейәстән Ишембайға алып ҡайтыу өсөн аҡса йыя.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас