Өләсәй менән ейәнсәр араһында булған йылы һөйләшеүҙе Ләйсән Инстаграмдағы сәхифәһенә һалған. Улар аш бүлмәһендә бергә былау бешерә, серҙәре менән уртаҡлаша. Хатта Зөбәржәт апай мөхәббәт тарихтарын да бәйән итә.
- Бындай һөйләшеүҙәр өләсәйем менән йыш була. Беҙ бергәләп ашарға бешерергә яратабыҙ. Өләсәйем төрлө тарих һөйләй, мин уларҙы ҡыҙыҡһынып тыңлайым. Ҡайһы берҙәрен ҡабат-ҡабат тыңларға яратам, – ти билдәле яҡташыбыҙ.
Фото: Т. Аманов