+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь , 12:34

Юл фажиғәләре - 14 сентябрь

Кисә республика юлдарында туғыҙ юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, ун кеше яраланған.

Юл фажиғәләре - 14 сентябрь

Баймаҡ районында, Баймаҡ-Түбә автоюлында, 60 йәшлек ир "Vento Riva" мопедында юлдан осҡан. Мотошлемһыҙ йөрөгән ирҙе дауаханаға оҙатҡандар. Уның иҫерек булыуы билдәле (1,207 мг/л).

Ҡариҙел районында 33 йәшлек ир "Лада Ларгус" машинаһында юлдан осҡан. Водитель менән уның ҡатынын дауаханаға һалғандар. Ир эскән килеш машина йөрөткән (1,033 мг/л).

Фото: БР ЮХХДИ.

Юл фажиғәләре - 14 сентябрь
Автор:Баныу Ҡаһарманова