+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь , 10:40

«Юғары музыка көндәре» йыл һайын үтәсәк

Рәсәйҙең "төп гардемарины" Дмитрий Харатьян Өфөлә сығыш яһаны.

«Юғары музыка көндәре» йыл һайын үтәсәк

 

 Кисә баш ҡалабыҙҙың  Салауат Юлаев майҙанында “Юғары музыка көндәре” проектының һигеҙенсе концерты үтте.

Тамашалар ошоға тиклем Салауат, Нефтекама, Мәләүез, Октябрьский, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Күмертау ҡалаларында ла булғайны. Майҙансыҡтарҙа билдәле сәхнә «йондоҙҙары» сығыш яһаны.

Өфөләге программаны билдәле  киноактер, Рәсәйҙең халыҡ артисы Дмитрий Харатьян алып барҙы. Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Асҡар Абдразаҡов, Эльвира Фатихова, Лариса Әхмәтова, “Каруанһарай” төркөмө солисы Вилдан Яруллин яратҡан йырҙарын башҡарҙы, тамашасылар уларға ихлас ҡушылды. Кисә дауамында өфөләргә Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Касимов идара иткән эстрада-джаз оркестры, Әнүәр Нурғәлиев яҡшы кәйеф бүләк итте. Дмитрий Харатьян коцертҡа йыйылыусыларҙы  сәхнәгә саҡырып, улар менән бергә йырҙарын башҡарҙы. Мөхәббәт тураһындағы билдәле лирик романсты ул Өфө ҡыҙы Анисья менән, “Не вешать нос, гардемарины” кинохитын Виталий һәм Руслан менән бергә йырланы. Актер белдереүенсә, яңыраҡ “Гардемариндар, алға!” сериалының дауамы төшөрөлөп бөткән. Ул премьера менән Башҡортостанға килергә вәғәҙә итте.Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, вуртуоз ҡурайсы Азат Биксурин өс көн элек көпшәнән ҡурай эшләгән һәм уны Дмитрий Харатьянға бүләк иткән. Актер Өфөгә сираттағы тапҡыр килгәнендә бер нисә нота булһа ла уйнарға өйрәнергә вәғәҙә бирҙе.

“Тик юғары сәнғәт кенә кешеләрҙә ысын хистәр тыуҙыра, тормошта лайыҡлы, ышаныс менән йәшәргә ярҙам итә. Сәнғәттең төп маҡсаттарының береһе – өмөт бүләк итеү. Бөйөк философ Ницше әйтеүенсә, “Сәнғәт кешеләргә ысынбарлыҡтан үлмәҫ өсөн бирелгән”. Бик дөрөҫ һүҙҙәр, сөнки классик сәнғәт кешеләрҙә иң изге, гуманлы хистәр уята”, – тине проект тураһында фекерҙәре менән бүлешеп Дмитрий Харатьян . “Радий Фәрит улы Хәбиров бер нисә йыл элек мин йәшәгән, бала сағым, йәшлегем үткән ҡалаға етәкселек итә ине.Мин үҙемдең ҡалам – Мәскәү өлкәһенең баш ҡалаһы Красногорскиҙың патриоты. Радий Фәрит улы уның өсөн бик күпте эшләне, әле һаман яҡшы һүҙҙәр менән хәтерләйҙәр үҙен. Халыҡҡа ысынлап хеҙмәт иткән кеше ул", – тине киноактер.

Асҡар Абдразаҡовтың белдереүенсә, халыҡ, ысынлап та, эстрада – классик музыканы һағынған. «Юғары музыка көндәре» лозунгы аҫтында үткән концерттар йыл һайын республикала ла, Рәсәйҙә лә үтәсәк.

 

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина