"Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы, бөтә илдә модель китапханалар төҙөлә. Ошо юҫыҡта тәжрибә туплау өсөн Нефтекама белгестәре Силәбе өлкәһендә үткән «Библиокаруан – 2021» форумына барҙы. Йыйындың быйылғы темаһы "Яңы китапхана - берлектәрҙе ылыҡтырыу үҙәге" тип атала ине. Форумдың маршруты дүрт ҡала аша үтте: Силәбе, Троицк, Һатҡы, Златоуст. Унда ҡатнашыусы делеагциялар араһында беҙҙекеләр иң күбе булды. Сараға билдәле яҙыусы, журналист Рәлис Ураҙғолов та барғайны.
Фото: vk.com