+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь , 12:08

Милли кейем байрамының үҙ билдәһе булды

Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөнә эмблема һайлау конкурсына йомғаҡ яһалды.

Милли кейем байрамының үҙ билдәһе булды

Конкурс 16 апрелдә иғлан ителгәйне. Унда 56 кеше ҡатнашҡан. Башҡортостандан ғына түгел, ә илдең төрлө төбәгенән авторҙар үҙ эшен тәҡдим иткән. Мәскәү, Питерҙан да ҡатнашҡандар.

Баһалама комиссияһы Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Илнур Абдуллиндың эшен һайлап алған. Егет “Аҫылташ” медиаүҙәген тамамлаған, маркетинг агентлығында эшләп тә йөрөй.

Уның эмблемаһында беҙҙә йәшәүсе иң күп һанлы биш халыҡтың милли биҙәге сағылыш тапҡан. Славян, төрки, фин-уғыр элементтары бар. Илнур эш барышында Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә таянған.

Еңеүсене “Арт-Квадрат” үҙәгендә тантаналы рәүештә бүләкләгәндәр. Илнур Абдуллинға милли кейем тегеүгә һәм фотосессияға сертификат тапшырылған.

 

Фото: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан.

Милли кейем байрамының үҙ билдәһе булды
Автор:Алһыу Ишемғолова