

Кремль вәкиле белдереүенсә, властар локдаун тураһында һүҙ йөрөтмәй ("Такого нет вообще вопроса сейчас", тигән Песков әфәнде).
Журналистар менән брифинг ваҡытында сирҙең сираттағы тулҡыны килеүе хаҡында ла һөйләшкәндәр. Вируслогтар күҙалланыуса, сентябрь аҙағында буласаҡ, имеш.
Дмитрий Песковтың яуабы:
“Ниндәйҙер вирусологтар гел яңы тулҡын көтә, кемдәрелер, һуңғараҡ булыр, ти, ҡайһылыр вирусологтар был хәлдең ҡабатланмаясағын әйтә. Бында фекер төрлөлөгө бик киң”.
Әйткәндәй, матбуғат секретары ил башлығының хәле тураһында былай тигән: “Президент үҙен яҡшы тоя, ул һау-сәләмәт, “Спутник V” һөҙөмтәле эшләй”.
Фото: РИА-Новости.