

Картуф тортильяһы (көлсә һымаҡ) омлетҡа ла, запеканкаға ла оҡшаш.
Кәрәк аҙыҡ-түлек:
Картуф – 2 дана
Йомортҡа – 6 дана
Ташҡабаҡ – 1 дана
Һарымсаҡ – ике тырнаҡ
Зәйтүн майы – 2 ҡалаҡ
Тимьян, тоҙ, борос – тәменсә
Ташҡабаҡты таҙартып, турап майлы табала ҡыҙҙырырға. Картуфты әрсеп, түңәрәкләп киҫергә, ә һарымсаҡты – ваҡлап иҙгеләргә. Артабан уларҙы бергә ҡушып, биш минут тирәһе ике яҡтан да ҡыҙҙырырға. Шунан ташҡабаҡты ҡушырға. Йомортҡаны һытып, борос-тоҙ һибергә һәм йәшелсәләр өҫтөнә ҡойорға. Тимьян һибергә. Бер 10 минуттан әҙер буласаҡ.
Өҫтәлгә бирер алдынан әҙ генә һыуытырға.