+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь , 11:56

Барыһы ла белем алырға хоҡуҡлы

Быйылғы уҡыу йылында республиканың алты психоневрология һәм башҡа шундай интернатында йәшәүсе 59 өлкән кеше парта артына ултырҙы. Уларҙың 11-е һөнәри белем ала.

Барыһы ла белем алырға хоҡуҡлы

Инвалидтарға ла уҡырға кәрәк. Йәғни, кемдең мөмкинлеге бар, уға ярҙам итәләр.

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында физик мөмкинлектәре сикләнгән төркөмгә инеүсе граждандарға ла уҡыу форсаты бирелә.

Белем байрамында Благовещен, Салауат, Үрге Троицк, Бүздәк, Баҡалы психоневрология интернатында һәм Иҫке Байыш йорт-интернатында кластар асылды. Педагогтар һәр кем менән шәхси программа буйынса шөғөлләнә. Дәрестәр теҙмәһендә теүәл фәндәр булмаһа ла, уҡыусыларҙы белем алыуға йәлеп итеү ойошторолған.

 

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.

Барыһы ла белем алырға хоҡуҡлы
Автор:Алһыу Ишемғолова