+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь , 11:34

Бөгөн – Халыҡ-ара демократия көнө

Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының (ООН) Генераль ассамблеяһы тарафынан булдырылған.

Бөгөн – Халыҡ-ара демократия көнө

Нимә ул демократия? Күптәр тура яуап бирмәҫ, ул беҙҙә юҡ, тип кенә әйтер.

Боронғо грек теленән тәржемәләгәндә ул “халыҡ власы” тигәнде аңлата. Элек йәшәгән фәйләсуфтар Платон менән Аристотель фекеренсә, халыҡ власы дәүләт менән идара итеүҙең емергес бер формаһы ул. Платон быны, артыҡ демократия тиранияға килтерә, тип нигеҙләгән. Ә Аристотель, республиканың боҙоҡ сәйәси режимы, тип белдергән.

Бөгөн донъя дәүләттәрендә демократия булдырыу проблемаһына даими иғтибар талап ителә.

2006 йылдан алып Британияның Economist Intelligence Unit агентлығы демократия индексы рейтингын төҙөй. Индексты иҫәпләгәндә 60 төрлө күрһәткескә таяналар, ә уларҙы биш төркөмгә бүләләр: сәйәси мәҙәниәт, халыҡтың сәйәсәткә йәлеп ителеүе, хөкүмәт эшмәкәрлеге, гражданлыҡ азатлығы, һайлауҙар һәм плюрализм. Ҡайһы бер һорауҙар айырым әһәмиәткә эйә. Мәҫәлән, һайлаусыларҙың хәүефһеҙлеге, сит илдәрҙең йоғонтоһо, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең сәйәсәт булдырыуы, ирек һәм һайлау ғәҙеллеге күрһәткестәре.

2020 йылғы рейтинг һөҙөмтәләре буйынса Норвегия донъяның иң демократик иле тип танылған. Тәүге бишәүҙә – Исландия, Швеция, Яңы Зеландия, Финляндия. Германия – 13-сө, АҠШ 25-се урында. Рәсәйме? Беҙ бер йылда ун позицияға өҫкә һикереп, 134-селә. Дуҫыбыҙ Ҡытай 153-сө килә.

 

Фото: vk.com

Бөгөн – Халыҡ-ара демократия көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова