+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь , 13:04

Һайлау – 2021

Ҡасан? Кемде? Ҡайҙа?  

Һайлау – 2021

17, 18, 19 сентябрҙә илдә һайлау үтә.

Беҙ РФ Дәүләт Думаһына депутаттар һайлаясаҡбыҙ. Бынан тыш, ҡайһы бер төбәктә (өс һайлау округында) БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, Өфө ҡалаһы һәм районында, Белорет, Бөрөлә, Йоматау ауыл хакимиәтендә – урындағы советтарға депутаттар һайлана. Тағы бер нисә район һәм ҡалала вәкәләтен туҡтатҡан депутат урынына яңыһына тауыш бирелә.

Ҡайҙа йәшәүегеҙгә ҡарап, һеҙгә 2 – 4 бюллетень бирәсәктәр. Шуларҙың икәүһе – Думаға. Береһе – партиялар исемлеге (беҙҙә 14 партия ҡатнаша), икенсеһе бер мандатлы округтар (алты округ) өсөн депутатлыҡҡа кандидаттар.

Байтаҡ һайлау участкаһында видеокүҙәтеү камераһы эшләйәсәк. Әммә РФ Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары менән тауыш биреүҙең тура трансляцияһы булмай.

Һайлау ниңә өс көн? Хәүефһеҙлек өсөн. Сират та булмаясаҡ, социаль дистанцияны тотоу ҙа яҡшы. Кемгә ҡасан уңайлы, шул ваҡытта килеп тауыш бирә.

Һайлау участкаларында санитар талаптар үтәләсәк.

Республиканың күп ҡалаһында тауыш биреүселәр өсөн “Рәхмәт” акцияһы эшләйәсәк. Барыһы ла ябай: һайлайһығыҙ, браслет алаһығыҙ, уны 50 процентҡа тиклем ташламаға алмаштыраһығыҙ. Өфөлә партнерҙар һаны 300, башҡа яҡтарҙа 40 – 70 (рахмат102.рф сайтынан ҡарағыҙ.)

43 115 кешенең һайлауҙа тәүгә ҡатнашыуы көтөлә. Ғәҙәттә, 18 йәшлектәргә бүләк бирәләр.

Һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреүгә федераль ҡаҙнанан 500 миллион һум аҡса бүленгән.

 

Фото: vk.com

Һайлау – 2021
Автор:Алһыу Ишемғолова