Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь 2021, 10:20

Ҡатынына балта менән ташланған

Баймаҡ районында элекке ҡатынына балта менән ташланған иргә суд хөкөмө сығарылды.

Ҡатынына балта менән ташланғанҠатынына балта менән ташланған
Ҡатынына балта менән ташланған

Үткән йылдың декабрендә ир үлтерәм тип янап, тәүҙә –быяла шешә, һуңынан балта менән элекке ҡатынының башына һәм арҡаһына һуға. Ҡатын ҡаршылыҡ күрһәтә, быға шаһит булған кешеләр ҙә битараф ҡалмай, ярҙамға ашыға. Алынған йәрәхәттәрҙән ҡатындың һаулығына зыян килә.

Баймаҡ район суды иргә ҡарата: үлтереү менән янағаны һәм ҡатындың һаулығына еңелсә зыян килтергән  өсөн уны мәжбүри эшкә ҡушырға, тигән ҡарар сығара. Бындай ҡарар менән прокуратура хеҙмәткәрҙәре килешмәй. Артабан эш БР Юғары судына тапшырыла. Бында ирҙе 6,5 йылға иркенән мәхрүм итергә тигән ҡарар сығарғандар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас