+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Сентябрь , 10:12

Архангел районында юл буйы сервисы яҡшыра

Башҡортостанда юл буйы сервисын үҫтереү программаһына ярашлы, инвестор ер участогын сауҙаһыҙ алған.

Архангел районында юл буйы сервисы яҡшыра

Архангел районында «БашкирБи» компанияһы күп функциялы комплекс асырға ниәтләй. Заправка, ҡунаҡхана, магазин, кафе, йөк һәм еңел машиналар өсөн туҡталҡа, автосервис — барыһы ла бер урында буласаҡ.  

— Әлеге ваҡытта Архангел районында заманса юлы буйы сервисы объекты төҙөү талап ителә. Компания инвестицияға 135 миллион аҡса тәҡдим итә, 59 эш урыны булдырыласаҡ. Күркәм һәм уңайлы сервис юл хәрәкәте ҡатнашыусыларының ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында төҙөлә. Берҙәм көс менән проектты тормошҡа уңышлы ашырырбыҙ, тип ышанам, — тип белдерҙе сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Бынан алда Хөкүмәттә уҙған инвестсәғәттәрҙә ошондай 23 проект ҡаралғайны, уларҙың дөйөм инвестиция күләме — 4,9 миллиард һум. Шулай уҡ 57 инвестор менән хеҙмәттәшлек алып барыла, инвестицияларҙың суммаһы 6 миллиард һумға барып баҫа.

Мәғлүм булыуынса, 50 миллион һумдан күберәк инвестиция йүнәлтелгән юл буйы сервисы объекттары Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә индерелә. Урал аръяғы һәм төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн был сумма күпкә әҙерәк – 10 миллион һум. Был осраҡта шулай уҡ инвесторға сауҙаһыҙ ер участогы, өҫтәлмә субсидиялар бирелә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов