+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь , 21:46

Яҡташыбыҙҙың ярҙамы менән сирле балаға 160 миллион һум аҡса йыйғандар

Шәп түгелме ни? Һис шикһеҙ шәп.

Яҡташыбыҙҙың ярҙамы менән сирле балаға 160 миллион һум аҡса йыйғандар

Әлеге лә баяғы ғауғасыл рэпер Моргенштерндың балаларға ярҙам итеүе һоҡландыра. Әле ул Краснодар өлкәһенең Тимашев ҡасабаһынан арҡа-мускул аттрофияһы менән яфаланған Илья исемле малайға дарыу алыу өсөн аҡсаны йыйып бөткән. Был ете ятып бер төшкә инмәҫ сумма — 160 миллион һумдан ашыу. Тәүҙә рэпер үҙе өс миллион һум аҡса күсергәйне, унан башҡа йондоҙҙар үрнәк алып, ярҙам итеште.

Бөгөн малайҙың ата-әсәһе хәйриәлек акцияһын тамамлауын иғлан итте.

«Ҡулдарым ҡалтыранып, ни әйтергә лә белмәйем. Йөрәгем шартларҙай булып ултырам. Туҡтауһыҙ илайым, шатлыҡ йәштәре аға. Барығыҙға ла рәхмәт, алда барыһы ла яҡшы булыр, тип ышанам. Аҡсаны йыйып бөттөк!» — тип яҙа Инстаграмда Ильяның әсәһе.

 
Автор:Инсаф Хужабирганов