Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2021, 10:22

Яңауыл районында бер юлы ике ФАП ҡорола башланы

Модулле фельдшер-акушер пункттары Айбүләк һәм Эткенә ауылдарында урынлашасаҡ.

Яңауыл районында бер юлы ике ФАП ҡорола башланыЯңауыл районында бер юлы ике ФАП ҡорола башланы
Яңауыл районында бер юлы ике ФАП ҡорола башланы

Улар ҡороп-һүтеүе еңел, пациенттарҙы ҡабул итеү һәм дауалау, хеҙмәткәрҙәр эшләһен өсөн бар кәрәк-ярағы бар. Яуауыл үҙәк район дауаханаһының баш табибы Тимур Мадъяров белдереүенсә, ауыл халҡы бының кеүек ФАП-тарға беренсел медик-санитар ярҙам һорап бара. Кемгәлер белгес ҡарауы һәм консультацияһы кәрәк, процедуралар алыу һәм дауалау буйынса ла киләләр. Ауылда урынлашҡан фельшер пункттарында барыһы ла үҙенә кәрәклене ҡулайлы шарттарҙа ала аласаҡ.   

Әйткәндәй, быйыл районда тағы дүрт урында - Андреевка, Ахтиял, Ҡаймашабаш, Татар Ураҙы ауылдарында ФАП-тар асыу ҡаралған. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас