+5 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь , 21:29

Йәш юристар үҙ белемен тикшерҙе

Бөгөн БДУ-ның Хоҡуҡ институтында коррупцияға ҡаршы диктант уҙҙы.

Йәш юристар үҙ белемен тикшерҙе

Сараның ойоштороусылары – Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе һәм БДУ-ның Хоҡуҡ институты.

Диктант алдынан буласаҡ хоҡуҡ белгестәрен Рәсәй Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина һәм Хоҡуҡ институты директоры Руслан Зәйнуллин сәләмләне.

Текстты «Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы диктант» проекты авторы һәм етәксеһе, хоҡуҡ фәндәре кандидаты, «Рәсәй лидерҙары-2020» ярымфиналсыһы Эльси Золаев уҡыны. Сара һуңында ул студенттарға «Коррупцияға ҡаршы көрәш нигеҙҙәре» темаһына лекция уҡыны. Диктантта 50 кеше ҡатнашты. Улар, белемде тикшереү өсөн яҡшы сара, тип диктантҡа ыңғай баһа бирҙе. Студенттар шулай уҡ лекторға һорауҙар бирҙе, һөҙөмтәлә йәнле әңгәмә ҡоролдо.

Автор:Инсаф Хужабирганов