Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2021, 10:52

Вакцина эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакциналау планы буйынса   2 484 667 кеше  ковидҡа ҡаршы прививка эшләтергә тейеш.

Вакцина эшләтеүселәр һаны көндән-көн артаВакцина эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта
Вакцина эшләтеүселәр һаны көндән-көн арта

 14 сентябргә ҡарата яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы республикаға бөтәһе  1 656 508 доза вакцина алынған.  1 221 892 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән. 1100372 кеше иһә вакциналауҙың ике этабын да үткән.

 Башҡортостанда бөтәһе 203 вакциналау пункты эшләй. Әлеге көндә Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында 11 мобиль пункт вакцина эшләтергә теләүселәрҙе  ҡабул итә.  Бынан тыш, «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында Сәләмәтлек поездарында ла вакцина эшләтеү мөмкинлеге булдырылған.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас