Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2021, 04:10

Тимер юлы станцияһында эшсене ток һуғып үлтергән

Куйбышев тимер юлының Бүздәк станцияһында эшсене ток һуғып үлтерә. Әле фажиғә сәбәптәрен Өфө транспорт прокуратураһы асыҡлай. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлеше тикшерелә.

Тимер юлы станцияһында эшсене ток һуғып үлтергәнТимер юлы станцияһында эшсене ток һуғып үлтергән
Тимер юлы станцияһында эшсене ток һуғып үлтергән

Билдәле булыуынса, Бүздәк тимер юлы станцияһында ремонт эштәре башҡарылған. Төҙөлөш өсөн ҡулланылған баҫҡыстарҙы күсергәндә уларҙың береһе юғары вольтлы электр бағанаһы сымына эләгә. Һөҙөмтәлә эшсене ток һуға һәм ул  шунда уҡ йән бирә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас