Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2021, 08:46

Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына кемдәр дәғүә итә?

Беренсе турға 16 автор һәм ике коллективтың эше тәҡдим ителгәйне. БР Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов етәкселегендәге махсус комиссия конкурсҡа барыһын да индерҙе.

Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына кемдәр дәғүә итә?Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына кемдәр дәғүә итә?
Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына кемдәр дәғүә итә?

Шулай итеп, түбәндәге ҡәләмдәштәр дәғүә итә:

  1. Ринат Әлимғужин, “Күгәрсен ТВ” телестудияһының баш мөхәррире – Ш. Хоҙайбирҙиндың тормошона арналған тапшырыуҙар циклы өсөн.
  2. Василий Иванов, юстицияның өлкән советнигы – “Краснодарское, Сочинское, Рыбное, Хлопковое уголовные дела в эпоху ХХ века” китабы өсөн.
  3. Гөлфиә Иҙелбаева (Юнысова), журналистика ветераны – “Илһамлы яҙмыштар” китабы өсөн.
  4. Рәмилә Истанбаева, Әбйәлил районының “Осҡон” гәзите корреспонденты –социаль-иҡтисади тематикаға бәйле материалдары өсөн.
  5. Дарья Касьянова, “Gorobzor.ru” баҫмаһы корреспонденты – Башҡортостандың мәҙәни тормошона арналған мәҡәләләр циклы өсөн.
  6. Азат Кинйәбулатов, “Исторический вестник БГМУ” гәзитенең баш мөхәррире – “Исторические очерки о лечении туберкулеза в Республике Башкортостан” китабы өсөн.
  7. Снежана Латипова, “Башинформ” агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары – социаль темаға яҙмалары өсөн.
  8. Даян Мәжитов, “Башҡортостан” гәзите корреспонденты, “Бәрәкәт” журналы коллективы тарафынан күрһәтелгән – әхлаҡи тәрбиә, ғаиләне нығытыу, тел һәм мәҙәниәтте үҫтереү, хәйриәлек темаһына яҙмалары өсөн.
  9. Гүзәл Ниғәмәтова, журналистика ветераны – Баймаҡ районының тарихы, бөгөнгөһө, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләре өсөн.
  10. Татьяна Никитина, “Башҡортостан” ТРК-ның “Тамыр” телеканалы мөхәррире – «преград.net», «ЭТНОкраса», «Гора Новостей» проекттары өсөн.
  11. Азамат Рәхимҡолов, БДМУ-ның «Медик» гәзитенең шеф-редакторы – “Бессмертный медсанбат”, ”Женщины – министры здравоохранения”, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу рубрикаларындағы мәҡәләләре өсөн.
  12. Айгөл Усманова, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫеше тураһындағы программалар циклы өсөн.
  13. Кәримә Усманова, “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе – Урал аръяғы райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә арналған материалдар циклы өсөн.
  14. Оксана Хәйҙәрова, Бөрө районының “Победа” гәзите корреспонденты – социаль әһәмиәтле мәҡәләләре өсөн.
  15. Рәүф Шаһиев, крайҙы өйрәнеүсе, автор – “Халыҡ улы Муса Мортазин” китабы өсөн.
  16. Фаяз Йомағужин, “Стерлитамакский рабочий” гәзите корреспонденты – тарихи, хәрби-патриотик, мәҙәни тематикаға мәҡәләләре өсөн.
  17. «Зианчуринские зори» гәзитенең ижади коллективы: Виктория Куянова, Гөлназ Ғәҙелшина, Светлана Мырҙаҡаева – социаль һәм иҡтисади тематикаға мәҡәләләр циклы өсөн.
  18. «Туймазинский вестник» гәзитенең ижади коллективы: Анфиса Айытова, Диана Насибуллина, Регина Миһранова, Гүзәл Хәмиҙуллина, Лилиә Калантарян.

 

Ошо авторҙарға ҡағылышлы фекер алышыуҙар башлана. 22 сентябргә тиклем zamanova.z@bashkortostan.ru электрон адресына, БР Журналистар Берлегенә (телефон-факс: 276-42-66) ебәрә алаһығыҙ.

 

Фото: "Башинформ"

Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына кемдәр дәғүә итә?
Шәһит Хоҙайбирҙин премияһына кемдәр дәғүә итә?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас