

Инфекция үҙәгенең лаборатор диагностика бүлеге 900,47 квадрат метр майҙанлыҡ айырым бинала урынлашҡан. Уның амбулатор һәм санитар шарттарҙа бактериология буйынса медицина эшмәкәрлеге алып барырға рөхсәт итеүсе лицензияһы бар.
Лабораторияла 20 белгес эшләй, шул иҫәптән юғары квалификациялы табиптар, табип-бактериологтар һәм медицина лаборатор техниктары.
Лабораторияла үткәрелгән биохимия, гематология, молекуляр-биология, коагулология, микробиология һәм дөйөм клиник тикшеренеүҙәр диагнозды асыҡлау, пациенттарға ҡаралған дауалау курсын контролдә тотоу һәм көйләү өсөн бөтә мөмкин булған лаборатор тикшеренеүҙәрҙе үҙ эсенә ала.
Антитәнсәләрҙе асыҡлау буйынса ҡандың сифатын һәм инфекция ауырыуҙарын ҡуҙғытыусыларға ҡарата антигендарҙы тикшереү иммунофермент анализы өсөн ҡорамалдар комплекты ярҙамында башҡарыла.
БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының шаттан тыш баш белгесе Денис Мирғәзиев әйтеүенсә, клиник микробиология лабораторияһының өҫтөнлөклдө йүнәлештәре булып лаборатор тикшренеүҙең бөтә эьабында ла микробиологик тикшеренеүҙәрҙең сифатын тәьмин итеү һәм табиптар менән берлектә эшләп, диагностикалауҙы тиҙләтеү.
Киләсәктә иинфекция ауырыуҙарын ҡуҙғытыусыларҙы диагностикалау медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын күпкә яҡшыртасаҡ.