Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Сентябрь 2021, 04:31

Ишембай ҡалаһына мәртәбәле исем юллана

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Президент Владимир Путинға Ишембайға Рәсәй Федерацияһының почетлы «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреүен һорап, мөрәжәғәт әҙерләгән.

Ишембай ҡалаһына мәртәбәле исем юлланаИшембай ҡалаһына мәртәбәле исем юллана
Ишембай ҡалаһына мәртәбәле исем юллана

Республика парламенты етәксеһе Константин Толкачев белдереүенсә, "Ишембайҙың нефтселәре, нефть эшкәртеүселәре һәм машина төҙөүселәре Бөйөк Ватан һуғышында илебеҙҙең Еңеү яулауына ҙур өлөш индерҙе, республикала 2022 йылдың майында билдәләнәсәк башҡорт нефтен асыуҙың 90 йыллығы алдынан ҡалала йәшәүселәрҙең хеҙмәт батырлығын таныу өсөн беҙ Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен юллайбыҙ".

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ишембайҙа төҙөлөш һәм сәнәғәт предприятиелары, артелдәр, колхоздар һәм совхоздар эшләгән. Улар фронтты һәм тылды сәнәғәт һәм ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин иткән. Ишембай халҡының хеҙмәт ҡаһарманлығы факттары дәүләт архивтарында документаль раҫлау таба.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың ҡултамғаһы менән юллама ебәреү тураһындағы ҡарар Ҡоролтайҙың 23 сентябрҙәге пленар ултырышында ҡабул ителәсәк.

Фото: vk.com

Ишембай ҡалаһына мәртәбәле исем юллана
Ишембай ҡалаһына мәртәбәле исем юллана
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас