Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентябрь 2021, 04:12

"Урманды ҡулланыусы сәғәте" уҙҙы

Башҡортостан Хөкүмәте күрһәтмәһе буйынса республиканың Урман хужалығы министрлығы "Тармаҡ көнө" сараһы ойоштора.

"Урманды ҡулланыусы сәғәте" уҙҙы"Урманды ҡулланыусы сәғәте" уҙҙы
"Урманды ҡулланыусы сәғәте" уҙҙы
Ошо көндәрҙә ул Ғафури районында үтте. Был район биләмәһенең 70 проценты урман. Бында ҡортсолоҡ та үҫә.

"Тармаҡ көнө" сараһы "Урманды ҡулланыусы сәғәте" форматында ойошторолдо. Унда ҡатнашыусылар урманға бәйле төп мәсьәләләрҙе ҡараны, янғындарҙы, рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуҙы иҫкәртеү саралары буйынса фекер алышты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, "Экология" милли проектының "Урмандарҙы һаҡлау" федераль проектына ярашлы, быйыл республикала 14,3 мең гектарҙа урманды тергеҙеү эшен башҡарырға кәрәк.
 
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
"Урманды ҡулланыусы сәғәте" уҙҙы
"Урманды ҡулланыусы сәғәте" уҙҙы
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас