Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Сентябрь 2021, 09:33

Миҙаллылар затлы машинала ғына елдерәсәк

Олимпия һәм Паралимпия уйындары еңеүселәре дәүләт Башлығының ҡулынан юғары награда һәм бүләктәр алды.

Миҙаллылар затлы машинала ғына елдерәсәкМиҙаллылар затлы машинала ғына елдерәсәк
Миҙаллылар затлы машинала ғына елдерәсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путин Паралимпия уйындары еңеүселәрен бүләкләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Атап әйткәндә, Дуҫлыҡ орденына Башҡортостан спортсылары Илнур Ғәрипов, Богдан Мозговой, Анна Крившина, Андрей Николаев һәм Елена Прокофьева лайыҡ булды. Улар барыһы ла Токиола алтын миҙал яулағайны.

Көмөш призерҙар Григорий Андрееев, Анна Кулинич-Сорокина һәм Елена Паутова 1-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Ә Аделина Рәзетдинова, Артур Сайфетдинов, Сергей Петриченко һәм Никита Ноғаевтарҙың бронза миҙалы 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән билдәләнде.

Ошондай уҡ дәүләт наградаларына Олимпия уйындары еңеүселәре лә лайыҡ булды. Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина Дуҫлыҡ ордены, көмөш призер Тимур Сафин 1-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы алды. Уларға шулай уҡ затлы «BMW X5» һәм «BMW X3» машиналары тапшырылды. 

 

   

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас