

Был сараны йыл һайын «Яҡшы эштәр формулаһы» конкурсы еңеүсеһе «Башҡортостан кванториумы – СИБУР» балалар технопаркы ойоштора. Фестиваль йылдан-йыл популярлаша бара, быйыл ҡунаҡтарҙан һәм тамашасыларҙан тыш, сараға 500 кеше теркәлгән.
Спорт байрамында велоуҙыш, төрлө ҡыҙыҡлы уйын, костюмдар конкурсы, кросс-кантри уҙышы, велосипедта фигуралы йөрөү, самокатта йөрөү, «Некст быуыны» педалһеҙ велосипедта ярышыу, ғаилә велокалейдоскобы бәйгеләре ойошторола. Мәҫәлән, һуңғыһында 39 ғаилә ҡатнашып, иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды. Шулай уҡ «Веломода» костюмдар конкурсы ла сағыу булды, бында йәш сикләүе лә юҡ ине, 3 йәшлек сабыйҙан алып 70 йәшлек ҡарт-ҡороға тиклем бәйге тотто. Теләүселәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре менән майҙансыҡтар ойошторолдо. Уларҙа фәнни уйынсыҡ яһау, үҙеңдең сәпитеңдең һүрәтен төшөрөү мөмкинлеге бирелде.
«Велосипедты популярлаштырыуҙы маҡсат иткән шәп сара. Был иң экологик транспорт бит. Фестиваль ғаилә велоспортын, ирекмәнлек мәҙәниәтен үҫтерә, кешеләрҙе берләштерә һәм сәләмәт тормошто пропагандалай», - тине етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.
Һәр этапта еңеүселәргә шәп бүләктәр тапшырылды, ә төп приз – велосипед отош барышында 431 һанлы ҡатнашыусыға эләкте. Ул 3-сө мәктәп уҡыусыһы Станислав Зырянов булып сыҡты. «Бик шатмын, дуҫтарым менән йыл һайын ошонда киләбеҙ, ярышта ҡатнашабыҙ», - ти еңеүсе малай.