Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2021, 08:29

Стәрлетамаҡҡа - 255 йыл!

"Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтың 255 йыллығын байрам итеүҙә ҡатнашты.

Стәрлетамаҡҡа - 255 йыл!Стәрлетамаҡҡа - 255 йыл!
Стәрлетамаҡҡа - 255 йыл!

«Стәрлетамаҡ – иң матур һәм төҙөк ҡалаларыбыҙҙың береһе. Коронавирусҡа бәйле ҡатмарлы осор кисерәбеҙ. Бергәләп эпидемияны еңеп сығырыбыҙға ышанам, һәм республиканың социаль-иҡтисади хәле яҡшырасаҡ, - тине Радий Хәбиров халыҡты байрам менән ҡотлап. - Стәрлетамаҡ әүҙем үҫә, яңы парктар, скверҙар барлыҡҡа килә, яңы йорттар, юлдар төҙөлә, иҡтисад үҫешә. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин республикаға ярҙам күрһәтеп, мөһим предприятие – «Башҡорт сода компанияһы» өҫтөнән контролде ҡайтарҙы. Һәм бөгөн компания продукция етештереү, табыш буйынса рекорд күрһәткестәргә ирешә. «БСК»ның аҡсаһы артты, тимәк изге эштәр башҡарырға форсаты ла артты. Хәҙер компания ҡала тормошонда тағы ла әүҙемерәк ҡатнашыр, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итиер. Барыһына ла һаулыҡ, именлек, изгелек теләйем».

Ҡала хакимиәте башлығы Владимир Куликов юбилейҙы ҡала яҡшы һөҙөмтәләр, уңыштар менән ҡаршылауын билдәләп, дәүләт наградаларын тапшырҙы. "Стәрлетамаҡтың  Почётлы гражданы" исеме Владимир Курбатовҡа, Тәлғәт Ғәбитовҡа, Миҙхәт Хәкимовҡа бирелде.

Ҡала көнө Дмитрий Харатьян, Асҡар Абдразаҡов, Айнур, Zainetdin, Карина, Валерия ҡатнашлығындағы байрам концерты менән тамамланды. 

Фото: "Башинформ". 

Стәрлетамаҡҡа - 255 йыл!
Стәрлетамаҡҡа - 255 йыл!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас