Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2021, 13:40

Нисек тиҙ тынысланырға?

Беҙ ҡайһы берҙә нервыларыбыҙҙы бөтөнләй һаҡламайбыҙ. Бәғзе бер ваҡытта тойғоларыбыҙҙы тота алмайбыҙ. Бынан иһә сәләмәтлек ҡаҡшай. Ни эшләргә?

Нисек тиҙ тынысланырға?
Нисек тиҙ тынысланырға?

Белгестәр яуаплауынса, тиҙерәк тынысланыу өсөн ҡорһаҡ, йәғни эс менән тын алырға кәрәк.

Еңел генә: тәрән итеп тын алырға. Күкрәк менән түгел, ә эс менән. Күкрәк ситлеге киңәймәһен, ҡулығыҙҙы эсегеҙгә һалып контролләгеҙ.

Һулышты өс-дүрт секундҡа “тотоп” тороғоҙ һәм яйлап ҡына сығарығыҙ. Тағы бер өс-биш секунд көтөгөҙ. Һәм тағы тын алып, һулағыҙ.

10 – 15 тапҡыр ҡабатлаһағыҙ, тынысланғанығыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.

 

Фото: vk.com

Нисек тиҙ тынысланырға?
Нисек тиҙ тынысланырға?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: